Яуҙаштарым сыҡмай иҫтән (йыр). Гүзәл Ситдиҡова тәржемәһе

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

ОТ ГЕРОЕВ БЫЛЫХ ВРЕМЕН

Текст авторы:
Евгений Агранович
Композиторы (музыкаһы):
Рафаил Хозак

ЯУҘАШТАРЫМ СЫҠМАЙ ИҪТӘН

Ватаным тип башын һалған,

Сит ерҙәрҙә ятып ҡалған

Шәһиттәрҙең даны ҡайтты,

Ә юлдарҙа үлән ҡалҡты.

Тик әле лә шаны йәшәй,

Хәтерҙәрҙә тынмай йәшнәй,

Улар һалған ялҡын

Йылдар аша балҡый,

Мәңгелек ялҡын!


Яуҙаштарым сыҡмай иҫтән,

Әйтерһең дә улар иҫән,

Батальон да һаман сафта,

Талмайса торалар һаҡта.

Егерме йәш саҡ-саҡ тулып

Утлы яу юлдарын уҙҙыҡ,

Алға гел уҡталып

Ҡуйғанға (беҙ) иңгә-иң

Баш һалды Берлин


Рәсәйҙә хәтер һәр өйҙә,

Рәсемдәр эленгән сөйгә,

Ғүмерен биргәндәр илгә

Һүрәттә һаман йәш көйгә.

Һынаулы ҡарайҙар улар,

Ниндәй тип бөгөнгө улдар.

Лайыҡлы йәш быуын,

Тыныс бул (һин), Тыуған ил,

Һынатмай яугир